Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 1:11 - Изге Яҙма

11 Махтеш кешеләре, илағыҙ – Сауҙагәрҙәр тотош һәләк булыр, Көмөш менән алыш-биреш итеүселәр юҡ ителер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Махтеш кешеләре, илағыҙ – Сауҙагәрҙәр тотош һәләк булыр, Көмөш менән алыш-биреш итеүселәр юҡ ителер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Махтеш кешеләре, илағыҙ – Сауҙагәрҙәр тотош һәләк булыр, Көмөш менән алыш-биреш итеүселәр юҡ ителер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 1:11
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡом һымаҡ хисапһыҙ көмөш йыйһа, Кейем-һалымын балсыҡтай өйөп һалһа ла,


Ул әҙерләгәнде тәҡүә кеше кейер, Көмөшөн ғәйепһеҙҙәр бүлешеп алыр.


Илағыҙ, көтөүселәр, һыҡтағыҙ! Туҙанға ятып аунағыҙ, эй көтөү башлыҡтары! Һеҙҙе салыу көнө килеп етте! Мәйеттәрегеҙ ерҙә туҙрап ятыр, Селпәрәмә килгән затлы һауыттай булыр.


Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.


Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!


Бәләнән ҡасһалар ҙа, Уларҙы Мысыр буйһондорор, Ноф ер ҡуйынына һалыр. Саф көмөшөн ҡый үләне баҫыр, Сатырҙарында сәнскәк үҫер.


Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.


Эй һеҙ, эскеселәр, уянығыҙ ҙа илағыҙ; Эй шарап яратыусылар, зар илағыҙ: Шарап ауыҙығыҙҙан тартып алынды.


Диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙең, Керети ҡәүеменең башына бәлә! Пелештиҙәр ере Ҡәнғән, Раббының һүҙе һиңә ҡаршы: «Мин һине ҡырам, Бер кешеңде лә тере ҡалдырмайым!» – ти Ул.


Йәрүсәлим менән Йәһүҙәләге һәр бер ҡаҙан Күк ғәскәрҙәре Раббыһына арналыр. Ҡорбан салырға килеүселәр был ҡаҙандарҙы ҡорбан итен бешереү өсөн файҙаланыр. Ул көн Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамында башҡаса бер сауҙагәр ҙә булмаҫ.


– Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ! – тине.


Байҙар, ә хәҙер һеҙ тыңлағыҙ! Өҫтөгөҙгә бәлә-ҡаза ябырылып килә, шуның өсөн үкһеп илағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ