Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Руҫ китабы 1:16 - Изге Яҙма

16 Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Руҫ китабы 1:16
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иттай батшаға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Тере Раббы ла, хакимым батша ла шаһит: үлем өсөнмө, йәшәү өсөнмө хакимым батша ҡайҙа булһа, мин ҡолоң да шунда буласаҡмын.


Ерҙең һәр тарафында һуғыштарға сик ҡуя, Уҡ-йәйәләрҙе, һөңгөләрҙе һындырып ташлай. Яу арбаларын утҡа яға.


Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек; туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған.


Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып, Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр – Уны үҙ иленә ҡайтарыр. Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр, Улар менән йәнәшә көн күрә башлар.


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә минең бойороғом: кем дә кем Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него Аллаһы тураһында ихтирамһыҙ һүҙ әйтһә, шуны киҫәктәргә тураҡлаһындар һәм йортон емерһендәр. Сөнки башҡа бер илаһ та был Алла һымаҡ ҡотҡара алмай.


«Мин – Раббы, һинең Аллаңмын. Мысыр еренән һине алып сыҡтым. Һин Минән башҡа алланы белмәҫһең, Минән башҡа ҡотҡарыусың юҡ.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер».


Шул саҡ Уның янына бер ҡанун белгесе килеп: – Остаз, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тине.


– Хакимым, ниңә Һинең артыңдан хәҙер бара алмайым? Мин Һинең өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙер! – тине Петрус.


Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.


Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ тере һәм хаҡ Аллаға хеҙмәт итеү һәм күктәрҙән Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды. Ғайса беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.


Ул бөтә был халыҡтарҙы – һәм ошо ерҙә йәшәгән әмөриҙәрҙе беҙҙең алдыбыҙҙан ҡыуып ебәрҙе. Беҙ ҙә Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Ул – беҙҙең Аллабыҙ.


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды.


Ноғоми уға: – Күрәһеңме, килендәшең үҙ халҡына, үҙ илаһтарына ҡайтырға булды, бар, һин дә уның менән кит, – тине.


Һин ҡайҙа үләһең, мин дә шунда үлермен, мин дә шунда ерләнермен. Әгәр ҙә беҙҙе тик үлем генә айырмаһа, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тип яуап ҡайтарҙы.


Хеҙмәтсе уға: – Был Ноғоми менән Моав иленән килгән Моав ҡыҙы ул, – тине. –


Ул тормошоңдо яңыртыр, ҡартлығыңда үҙеңә терәк булыр! Уны бит һиңә ете улдан да артыҡ булған, һине яратҡан киленең табып бирҙе!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ