Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:32 - Изге Яҙма

32 Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

32 Үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән Алла, Улы менән бергә башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә беҙгә бүләк итмәҫме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:32
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Улыңа ҡул күтәрмә, – тине фәрештә. – Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, һин Алланан ҡурҡаһың – Минән берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең!


Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.


Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине, Был михнәттәргә Ул дусар итте. Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә, Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр; Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ.


Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға яҡшы нәмәләрҙе һис шикһеҙ бирәсәк.


Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.


Әгәр Алла тәбиғи ботаҡтарҙы аямаған икән, һине лә аямаҫ.


Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә дусар ителде һәм аҡланыуыбыҙ өсөн үленән терелтелде.


Гонаһтың әжере – үлем, ә Алланың бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә мәңгелек тормош.


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.


Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен аңлау өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ.


Быларҙың бөтәһе лә һеҙҙең өсөн эшләнә. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.


Мөхәббәт шунан ғибәрәт: ул – беҙҙең Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, ә Уның беҙҙе яратыуында һәм, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын өсөн, ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.


Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ