Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:26 - Изге Яҙма

26 Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ менән генә аңлатып булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

26 Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ аша әйтеп булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ менән генә аңлатып булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:26
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уға нимә тип әйтәйек, өйрәт беҙгә? Ҡараңғылығыбыҙ арҡаһында рәтләп һүҙ ҙә әйтә алмайбыҙ.


Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Эй һеҙ, Уның фәрештәләре, Уның һүҙҙәрен тыңлаған, Әйткәндәрен ғәмәлгә ашырған ҡөҙрәт эйәләре!


Ғүмерең буйы бәрәкәтенә туйҙыра, Бөркөттөкөләй йәшлегеңде яңыртып тора!


Рәхимле бул, Раббы, сөнки тәҡәтем ҡалманы. Дауалай күр, Раббы, һөйәктәрем һыҙлай.


Китегеҙ минән, яуызлыҡ ҡылыусылар! Сөнки Раббы илағанымды ишетте.


Йәнемде алырға ҡырсынғандар Мәсхәрәгә төшөп хур булһын! Зыян килтерергә теләгәндәр, мыҫҡыл ителеп, Барыһы ла кире сигенһен!


«Ярҙам һорап ялбарыуыма минең, Ҡолағыңды томалама», – тинем. Һин мине ишеттең.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр.


– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.


Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылды, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамды.


Мин Атамдан һорармын, Ул, мәңге һеҙҙең менән булһын өсөн, һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер.


Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәрешеп йөрөргә тейешбеҙ.


Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар булған кәүҙәмдән мине берәйһе ҡотҡарырмы?


Һеҙ яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар иткән ҡоллоҡ рухын алманығыҙ, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Был «ҡыуыш»та саҡта ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән был яңы кейемде кейергә ашҡынып көрһөнәбеҙ,


Эйе, беҙ донъялағы ҡыуышыбыҙҙа саҡта күңелгә ауыр булғанлыҡтан көрһөнәбеҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәһәк тә, үлемгә эйә бар нәмә йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемде кейергә теләйбеҙ.


Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәребеҙгә ебәрҙе.


Сөнки Уның аша ике яҡ өсөн дә уртаҡ Рух менән Атабыҙ янына барыр юлыбыҙ бар.


Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ.


Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


Ундай баш ҡаһин белемһеҙҙәрҙең дә, тура юлдан тайпылыусыларҙың да хәленә инә ала, сөнки үҙенең дә йомшаҡлыҡтары бар.


Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ