Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:20 - Изге Яҙма

20-21 Алла бар иткән бөтә нәмә мәғәнәһеҙлеккә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Әммә Алла яратҡан бөтә нәмәнең дә, фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашыуға ышанысы бар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20-21 Алла бар иткәндәрҙең һәммәһе лә мәғәнәһеҙ тереклек итеүгә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Алла яратҡандарҙың барыһы ла фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолдоролоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ, тигән өмөт бар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20-21 Алла бар иткән бөтә нәмә мәғәнәһеҙлеккә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Әммә Алла яратҡан бөтә нәмәнең дә, фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашыуға ышанысы бар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:20
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләмәх уға Нух тип исем бирҙе һәм: «Раббы ҡәһәрләгән тупраҡты эшкәртеп ҡулдарыбыҙ талсыҡҡанда, ул беҙгә йыуаныс бирер», – тине.


Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым.


Раббыға өмөт бағлаған, Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған, Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған Кеше ни тиклем бәхетле!


– Буш мәшәҡәт, – тине Вәғәзсе, – бөтәһе лә буш мәшәҡәт кенә!


Уны бушлыҡҡа әйләндерҙеләр, Ташландыҡ ерем алдымда илап ята. Бөтөн ил емереклеккә ҡалды – Бының өсөн бер кемдең дә эсе бошмай.


Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр? Яландарҙа бөтә үлән ҡорор? Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була. Был әҙәмдәр иһә әйтә: «Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй».


Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.


Ҡайһылай баҡырыша мал-тыуар! Ҡабыр үлән, утлар көтөүлекһеҙ Темеҫкенеп йөрөй башмаҡтар, Кәзә-һарыҡ көтөүҙәре ыҙалана.


Алла яратҡандарҙың барыһының да, тулғаҡ ғазабы кисергән ҡатын кеүек, әлегә тиклем ыңғырашҡанын һәм ғазапланғанын беләбеҙ бит.


Беҙ шул өмөт менән ҡотолдоҡ, әммә был – әлегә өмөт кенә. Тик өмөт иткән нәмәне күреүгә өлгәшһәк, ул инде өмөт булмай, сөнки үҙе күреп торған нәмәгә кем өмөтләнһен?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ