Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:17 - Изге Яҙма

17 Алла балалары булғас, беҙ Уның вәғәҙә иткәндәренә лә эйә булабыҙ, Мәсих менән бергә был вәғәҙә ителгәндәрҙе уртаҡлашасаҡбыҙ. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Алла балалары булғас, беҙ – вариҫтар. Тимәк, Алланың вариҫтары һәм Мәсихтең вариҫташтары. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Алла балалары булғас, беҙ Уның вәғәҙә иткәндәренә лә эйә булабыҙ, Мәсих менән бергә был вәғәҙә ителгәндәрҙе уртаҡлашасаҡбыҙ. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:17
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Мәсих Үҙенең шөһрәтенә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?


Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән шөһрәтте күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең.


унда шәкерттәрҙең рухын күтәрҙеләр, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инер өсөн күп михнәттәр аша үтергә тура киләсәк, – тине улар.


Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәте тураһындағы һүҙгә тапшырам. Уның һүҙе ышанысығыҙҙы тағы ла нығытырға һәм Үҙенең изге халҡы араһында һеҙгә өлөш бирергә һәләтле.


Берәүҙең енәйәте арҡаһында донъяла үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге алғандар бигерәк тә бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.


Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кеше тәнендә гонаһты хөкөм итте.


Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен бер күҙ ҙә күрмәгән, бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән».


Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта.


Һеҙгә ныҡ өмөтләнәбеҙ, сөнки ғазаптарҙы нисек уртаҡлашһағыҙ, йыуанысты ла шулай уртаҡлашҡанығыҙҙы беләбеҙ.


Мәсихтеке икәнһегеҙ, тимәк, һеҙ – Ибраһимдың тоҡомдары һәм Алланың вәғәҙә иткәнен мираҫ итеп бүлешерһегеҙ.


Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Балаһы икәнһең, вариҫ һымаҡ, Алланың вәғәҙә иткәнен уртаҡлашырһың.


Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар – бер тәндең ағзалары, вариҫтар һымаҡ, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар.


сөнки һеҙгә Мәсихкә ышаныу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде.


Мин Мәсихтең Үҙен танырға, Уның үленән терелеү ҡөҙрәтен белергә, ғазаптарын уртаҡлашырға һәм Мәсихтең үлемендә Уға оҡшарға теләйем.


Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.


Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне.


Шуға күрә Алла, вәғәҙә ителгәнде аласаҡ кешеләргә Үҙ ниәтенең үҙгәрешһеҙ буласағын тағы ла асығыраҡ күрһәтеү өсөн, уны ант итеп раҫлаған.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның шөһрәте асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


Мин еңеп Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырған кеүек, еңгән кешегә Мин дә Үҙемдең янымда тәхеттән урын бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ