22 Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым,
Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.
Раббының ҡанунынан зауыҡланыр ул, Көн-төн шул хаҡта уйланыр.
Мине күрә алмағандар бышылдаша, Ҡаршы яманлыҡ уйлайҙар.
Мин инде күлдәгемде сискәнмен, Уны нисек яңынан кейәйем? Аяҡтарымды йыуғанмын, Нисек уларҙы ҡабаттан бысратайым?
Тыңлағыҙ Мине, хаҡлыҡты белеүселәр, Ҡарар-ҡанунымды йөрәгендә йөрөткән халыҡ! Кешеләрҙең хурлауынан ҡурҡмағыҙ, Мәсхәрәләренән хафаға ҡалмағыҙ.
ҡаһин уны ҡараһын. Ул аҡһылланып торһа, был – ғәҙәти сабыртҡы. Был кеше пак һаналыр.
Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.
Эстән йәһүд булған ғына – ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәктәге сөннәт кенә – ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух тарафынан ғәмәл ҡылына. Бындай йәһүд кешеләрҙең түгел, ә Алланың маҡтауын ҡаҙаныр.
сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.
Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра.
Шөһрәтенең байлығы менән һеҙгә эске яҡтан Үҙенең Рухы аша нығынырға ҡөҙрәт бирһен,
Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ, һеҙ ҡылған ғәмәлдәрегеҙ менән үҙегеҙҙән, кейемегеҙҙе сискәндәй, элекке кешене сисеп ташланығыҙ
Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.
ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холоҡтоң һулымаҫ эске матурлығында булһын. Алла алдында бына шул ҡиммәтле.