Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 5:7 - Изге Яҙма

7 Кемдең дә булһа хатта тәҡүә кеше хаҡына үлергә риза булыры икеле, хәйер, кемдер, бәлки, игелекле кеше өсөн үлемгә барырға ла батырсылыҡ итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

7 Берәүҙең тәҡүә кеше хаҡына ғүмерен бирере икеле, шулай ҙа бәғзе берәүҙең яҡшы әҙәм өсөн үлергә лә әҙер булыуы ихтимал.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Кемдең дә булһа хатта тәҡүә кеше хаҡына үлергә риза булыры икеле, хәйер, кемдер, бәлки, игелекле кеше өсөн үлемгә барырға ла батырсылыҡ итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 5:7
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Алдағыһының йүгереүе Садоҡ улы Ахимағастыҡына оҡшаған, – тине күҙәтсе. – Ул – яҡшы кеше, һәйбәт хәбәр менән киләлер, – тине батша.


Әммә улар: – Юҡ, бара күрмә, әгәр беҙ ҡаса башлаһаҡ, быға иғтибар итеүсе булмаҫ; беҙҙең яртыбыҙ үлеп ҡалһа ла, бер кем дә ыжламаҫ. Ә һин бер үҙең беҙҙең ун меңебеҙгә торошлоһоң. Шулай булғас, беҙҙең өсөн һинең ҡаланан тороп ярҙам итеүең яҡшыраҡ, – тип ҡаршы төштөләр.


Кем беҙҙең Аллабыҙ Раббыға оҡшаш? Ул юғарыла тәхет ҡорған.


Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан, ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен дә йомған. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ.


Барнабас Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине. Күптәр, Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды.


Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле.


Беҙ әле ярҙамға мохтаж булғанда, Алла билдәләгән бер ваҡытта Мәсих аллаһыҙҙар өсөн үлде.


Алла иһә беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: беҙ гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ Мәсих беҙҙең өсөн үлде.


Мөхәббәттең нимә икәнен Мәсихтең беҙҙең өсөн йәнен биреүенән белдек. Беҙ ҙә имандаштарыбыҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә әҙер торорға тейешбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ