Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 5:18 - Изге Яҙма

18 Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтә кешеләргә хөкөм килтерһә, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

18 Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтөн кешеләргә хөкөм килтергән кеүек, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтә кешеләргә хөкөм килтерһә, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 5:18
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк, Үҙ эшенең асылына төшөнөп, ҡәнәғәтләнеү табасаҡ. «Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ, Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. –


Ул шаһит булып килде. Уның арҡаһында барыһы ла был Яҡтылыҡҡа инанһын өсөн, шаһитлыҡ ҡылырға килде.


Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын.


Улар Яхъяға килде: – Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, бөтәһе лә Уның янына бара.


Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр.


Алла Ғайсаны, инанғандар гонаһтарынан Уның ҡаны аша пакланһын өсөн, ҡорбан итеп билдәләне. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап,


Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә дусар ителде һәм аҡланыуыбыҙ өсөн үленән терелтелде.


Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ килеп инә. Гонаһ менән бергә үлем килә, һәм был үлем бөтә кеше араһында тарала, сөнки бөтәһе лә гонаһ ҡылды.


Тик Әҙәмдең енәйәтен Алланың бүләге менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күпме кешене үлемгә дусар иткән, әммә Алланың мәрхәмәте һәм бер Кеше – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн тағы ла ҙурыраҡ бүләк була.


Берәүҙең тыңлауһыҙлығы арҡаһында күптәр гонаһлы булғандай, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.


Ул саҡта гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.


Әҙәмгә мөнәсәбәте булғандарҙың барыһы ла үлгән кеүек, Мәсихкә мөнәсәбәте булғандарҙың барыһы ла тереләсәк.


Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтәһе хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды. Әммә һуңында Ул, үлемде һынағаны өсөн, башына шөһрәт һәм хөрмәт тажын кейҙе.


Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм илсеһе Шимғон Петрустан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иманды ҡабул иткәндәргә:


Һеҙҙе иһә Изге Зат мәсехләгән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ