Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 4:16 - Изге Яҙма

16-17 Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәтле бүләк булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә: ҡанундың үтәлеүенә өмөт бағлаусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иманлы булғандар өсөн дә ышаныслы. Изге Яҙмала: «Һине күп халыҡтарҙың атаһы иттем», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим – барыбыҙға ла ата. Ул үҙе ышанған Алла, үлеләрҙе терелткән, булмағанды бар ҡылған Алла алдында бөтәбеҙ өсөн дә ата.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

16-17 Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16-17 Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәтле бүләк булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә: ҡанундың үтәлеүенә өмөт бағлаусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иманлы булғандар өсөн дә ышаныслы. Изге Яҙмала: «Һине күп халыҡтарҙың атаһы иттем», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим – барыбыҙға ла ата. Ул үҙе ышанған Алла, үлеләрҙе терелткән, булмағанды бар ҡылған Алла алдында бөтәбеҙ өсөн дә ата.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 4:16
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Атағыҙ Ибраһимға, һеҙҙе тыуҙырған Сараға ҡарағыҙ. Ибраһимды саҡырғанымда ул яңғыҙ ине, Уға фатихамды бирҙем, нәҫелен арттырҙым.


– Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тине Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит.


Шуны әйтәм: ата-бабаларға бирелгән вәғәҙәләрҙе раҫлау өсөн, Алланың тоғролоғон күрһәтеү өсөн, Мәсих сөннәтлеләргә хеҙмәт итергә килде.


Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә. Кешеләр араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ.


сөнки Алла – бер. Ул сөннәтлене лә, сөннәтһеҙҙе лә иман аша аҡлай.


Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән тәҡүәлеккә һаналыуҙы раҫлаған билдә булды. Шуға ла ул сөннәтһеҙ килеш иман итеп тәҡүә һаналған бөтә кешеләрҙең рухи атаһы булды.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арала татыулыҡ урынлашты.


Йәғни тәбиғи рәүештә тыуған балалар Алла балалары тигән һүҙ түгел, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған балалар Уның балалары һанала.


Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде.


Вәғәҙәләр Ибраһимға һәм уның тоҡомона бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «тоҡомонан» тип күптәр тураһында түгел, ә уның тоҡомонан булған Берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара.


Әммә Изге Яҙма бөтә донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә Алланың вәғәҙә иткәне иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.


беҙгә, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләргә, Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ.


Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был – һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, был – Алла бүләге.


беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.


Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы тағы ла ныҡлыраҡ итергә тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ