Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 3:29 - Изге Яҙма

29 Алла – йәһүдтәрҙең генә Аллаһымы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

29 Алла – йәһүдтәрҙең Аллаһы ғынамы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Алла – йәһүдтәрҙең генә Аллаһымы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 3:29
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Аллаға: – Эй Раббым, исмаһам, Исмәғилдең Һинең хозурыңда йәшәүен насип итсе, – тине.


Ҡалҡһын Алла, таралһын дошмандары, Хозурынан ҡасһын Уға асыу тотҡандар!


Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм.


Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр.


Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр. Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


«Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләрҙең түгел, ә тереләрҙең Аллаһы.


Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


– Алланың ысынлап та барыһына ла тигеҙ ҡарағанын мин хәҙер аңлайым, – тип һүҙен башланы Петрус. –


Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.


Һине йәһүд халҡынан да, башҡа халыҡтар ҡулынан да ҡотҡарырмын. Улар ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимлығынан Аллаға боролоп, гонаһтары ғәфү ителһен һәм Миңә инаныуҙары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар тип, һине башҡа халыҡтар янына, уларҙың күҙҙәрен асырға ебәрәм», – тине миңә Раббы Ғайса.


Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.


Һөйөнөслө Хәбәрҙән оялмайым, сөнки ул – уға ышанғандарҙың барыһына ла – иң элек йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға ла – ҡотҡарыу алып килгән Алла ҡөҙрәте.


Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтәһе өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә.


йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Алла хуш күрерҙәй, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, ҡаһин хеҙмәтен башҡарам.


Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде.


Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар – бер тәндең ағзалары, вариҫтар һымаҡ, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар.


Унда инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, ҡырағайҙар һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ