Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 2:15 - Изге Яҙма

15 Был иһә ҡанун талаптарының йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә. Был хаҡта уларҙың выждандары ла шаһитлыҡ итә: уй-фекерҙәре уларҙы әле аҡлай, әле ғәйепләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Был иһә ҡанун талаптарының уларҙың йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә, быны выждандары һәм ҡайһы саҡта ғәйепләгән, ә ҡайһы ваҡыт аҡлаған уй-фекерҙәре раҫлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Был иһә ҡанун талаптарының йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә. Был хаҡта уларҙың выждандары ла шаһитлыҡ итә: уй-фекерҙәре уларҙы әле аҡлай, әле ғәйепләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 2:15
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһим бит үҙе миңә «ул минең һеңлем» тип әйтте. Ҡатын үҙе лә «был минең ағайым» тип таныштырҙы. Намыҫым да, ҡулым да таҙа минең!


Шунан батша: – Атам Дауытҡа ҡылған яуызлыҡтарыңды бик яҡшы беләһең. Раббы уларҙың ҡоһорон үҙ башыңа төшөрәсәк, – тип дауам итте. –


Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам; Үткән көндәрем өсөн выжданым тыныс.


Хәйер, үҙеңдең дә башҡалар хаҡында ғәйбәт һөйләгәнең аҙ булманы бит.


Быны ишеткәс, башта өлкәндәр, унан башҡалары ла бер-бер артлы сығып китте. Ғайса менән уртала торған ҡатын ғына ҡалды.


Паулус Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.


Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.


Йәһүд булмаған халыҡтарҙың ҡануны юҡ, әммә тәбиғи һиҙемләүҙәре буйынса ҡанун бойорғанды үтәһәләр, бының менән нимәне эшләргә ярай, нимәне – юҡ икәнен ҡанунһыҙ ҙа белгәндәрен күрһәтәләр.


Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәгән кеше, һине – яҙылған ҡанунға һәм сөннәткә эйә кешене – ҡанунды боҙған өсөн хөкөм итер.


Мәсих исеменән һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, һөйләгәндәрем ялған түгел, быны Изге Рух аша выжданым раҫлай:


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм.


Бындай өйрәтеүҙәр ике йөҙлө ялғансылар аша килә. Ҡыҙған тимер менән тамғаланған выждандары ҡарайған.


Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ