11 Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ.
Алланан ҡурҡығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға ялғанлау ҙа, кеше айырыу ҙа, ришүәтселек тә хас түгел.
Түрәләрҙе айырып ҡарамай, Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй. Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды.
Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.
Шуның өсөн улар Ғайсанан: – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләргә айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.
– Алланың ысынлап та барыһына ла тигеҙ ҡарағанын мин хәҙер аңлайым, – тип һүҙен башланы Петрус. –
Ни тиергә һуң? Алла ғәҙел түгелме ни? Юҡ, әлбиттә!
Абруйлы кешеләр ҙә – ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай – һөйләгәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне.
Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн бөтөнөһө лә бер тигеҙ.
Сөнки Аллағыҙ Раббы – ул аллаларҙың Аллаһы, хакимдар Хакимы, бөйөк, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла. Ул кемдең кем икәненә ҡарамай, ришүәт тә алмай.
Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.
Дөрөҫ эшләмәүселәр ҡылған хаҡһыҙлығы өсөн тейешен аласаҡ, Раббы алдында бөтәһе лә бер тигеҙ.
Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.