Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 16:17 - Изге Яҙма

17 Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленешкә килтереүселәрҙән һәм тоғро юлдан яҙыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм уларҙан ситләшегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленеш килтереп сығарыусы һәм тоғро юлдан яҙҙырыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм ундайҙарҙан ситләшегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленешкә килтереүселәрҙән һәм тоғро юлдан яҙыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм уларҙан ситләшегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 16:17
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларына ла ҡолаҡ һалмаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң, мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын.


Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр арҡаһында был донъяға ҡайғы! Аҙҙырыусы нәмәләрҙең килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!


Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Гонаһҡа этәргән нәмәләр ҡотолғоһоҙ, әммә бүтәндәрҙе гонаһҡа этәреүсегә – ҡайғы.


Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе аптырашта ҡалдыра, күңелегеҙгә борсоу һала, тип ишеттек, әммә беҙ уларға ундай эш йөкмәтмәнек.


Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам.


сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң?


Был турала һүҙ күтәрелде, сөнки арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде. Улар беҙҙең Ғайса Мәсихтә тапҡан азатлығыбыҙ тураһында һораштырып-күреп ҡалырға һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөргә теләне.


Имандаштар, минән өлгө алығыҙ һәм беҙ күрһәткән өлгө буйынса йәшәүселәргә иғтибар итегеҙ.


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен.


Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.


Македония өлкәһенә киткән саҡта, мин һиңә Эфеста ҡалып, ялған тәғлимәт өйрәтеүселәрҙе тыйыуыңды һорағайным.


Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.


Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт.


Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.


Был кешеләр бүленеүҙәрҙең сәбәбе булып тора һәм нәфселәренә буйһона. Уларҙа Изге Рух юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ