Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 15:2 - Изге Яҙма

2 Һәр беребеҙ башҡаларҙың рухын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 Һәр беребеҙ башҡаларҙың иманын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Һәр беребеҙ башҡаларҙың рухын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 15:2
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуның өсөн үҙ-ара татыу йәшәүгә һәм бер-беребеҙҙең рухын нығытыуға хеҙмәт иткән нәмәләргә ынтылайыҡ.


Һеҙ: «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ, әммә барыһы ла файҙалы түгел. «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», әммә бөтә нәмә лә һабаҡ булып хеҙмәт итмәй.


Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен.


Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем.


Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, кенә тотмай.


Шулай итеп, имандаштар, хәҙер нисек була инде? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең – мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең – өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер – асылышы, бәғзеһенең – бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен.


Пәйғәмбәрлек ҡылыусы иһә кешеләргә һөйләй. Ул уларҙы нығындыра, рухын күтәрә һәм йыуата.


Моғайын, әле һаман беҙҙең хаҡта, былар алдыбыҙҙа аҡланып тора, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ, Мәсихтә булып, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, һөйөклөләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.


Шуға күрә беҙ – көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ.


Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.


Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ