Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 14:4 - Изге Яҙма

4 Башҡаның хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Баҫып торамы ул, йығылып ятамы, үҙенең хужаһы хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

4 Башҡа кешеләрҙең хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Ул баҫып торамы, йығылып ятамы, уны үҙ хужаһы ғына хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Башҡаның хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Баҫып торамы ул, йығылып ятамы, үҙенең хужаһы хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 14:4
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сорнап алды мине үлем ғазаптары, Һәләкәт ташҡыны баштан ашты,


Әйттем: «Хәлемде күреп шатланмаһындар, Аяҡтарым абынғанда, үҙҙәрен өҫтөн тотмаһындар».


Ул арығанға көс бирер, Хәлдән тайғандың ҡеүәтен арттырыр.


Раббы Ғайса Мәсихкә инанғандан һуң беҙгә биргән бүләген Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем һуң? – тине Петрус.


Әммә юлдан тайпылғандар, ышанмауҙарын дауам итмәһәләр, кире ялғанырҙар. Уларҙы кире ялғарға Алланың ҡеүәте етә.


Бөтә нәмәне ашаған кеше ашамағанына ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашағанды хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән.


Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙең рухығыҙҙы нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Аллаға ышанһын һәм буйһонһон өсөн мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.


Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.


Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алған һәм Үҙенең шөһрәте алдына кәмселекһеҙ килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алған


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ