Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 14:14 - Изге Яҙма

14 Раббы Ғайсала булараҡ, мин беләм һәм ныҡлы ышанам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе хәрәм булмай, ә берәйһе берәй нәмәне хәрәм тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн хәрәм була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Мин ышанам һәм бының өсөн Раббы Ғайсаға һылтана алам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе харам түгел, ә берәйһе берәй нәмәне харам тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн харам була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Раббы Ғайсала булараҡ, мин беләм һәм ныҡлы ышанам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе хәрәм булмай, ә берәйһе берәй нәмәне хәрәм тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн хәрәм була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 14:14
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәренең икмәкте бысраҡ, йәғни йола буйынса йыуылмаған ҡул менән тотоп ашауын күргәйне.


– Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки хәрәм тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген аңғартты.


Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны, гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай.


Ризыҡ арҡаһында Алланың эшен юҡҡа сығарма. Һәр ризыҡ саф, әммә ашаған аҙығың менән берәйһен гонаһҡа ҡотортһаң, дөрөҫ булмай.


Кеше берәй ризыҡты ашарға яраймы, юҡмы тип шикләнеп ашаһа, Алла хөкөм итер, сөнки ул иман буйынса эшләмәй. Ә иман буйынса эшләнмәгән бөтә нәмә – гонаһ.


Ит баҙарында һатылған нәмәләрҙе тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ.


Әгәр берәйһе һинең, белемле кешенең, ялған илаһ йортонда ашап ултырыуыңды күреп ҡалһа, выжданы көсһөҙ булғанлыҡтан, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән итте ашарға ярай, тип ҡыҙыҡмаҫмы?


Барыһы ла бындай белемгә эйә түгел бит. Ҡайһы берәүҙәр әле һаман ялған илаһтар тураһындағы элекке ҡараштарҙан баш тартмай. Ҡайһы берәүҙәр ялған илаһтарға шул тиклем күнеккән, килтерелгән ҡорбан итен ашағанда, ялған илаһтарға бағышланған ит тип ҡабул итәләр, шуның менән көсһөҙ выждандары бысрана.


Алла булдырған бөтә нәмә яҡшы һәм, әгәр рәхмәт менән ҡабул ителһә, бер нәмә лә кире ҡағылырға тейеш түгел,


Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ