Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 11:8 - Изге Яҙма

8 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла бөгөнгә тиклем уларҙың рухын йоҡлатты, күҙҙәре булһа ла, күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла, ишетмәй торған итте».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

8 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла уларҙы күҙҙәре булһа ла күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла ишетмәй торған итеп, әлеге көнгә тиклем тәрән йоҡоға талдырҙы».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла бөгөнгә тиклем уларҙың рухын йоҡлатты, күҙҙәре булһа ла, күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла, ишетмәй торған итте».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 11:8
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөгөнгә тиклем шулай: һәр кем элекке йолалары буйынса йәшәй, Раббынан ҡурҡмай, Раббы Исраил тип атаған Яҡуптың нәҫеленә үтәргә бойорған ҡағиҙәләрҙе, ҡарарҙарҙы, ҡанун һәм бойороҡтарҙы тотмай.


Самарияла йәшәгән ҡәүемдәр Раббыға ла табынды, үҙҙәренең боттарын да онотманы. Уларҙың балалары менән ейәндәре лә бөгөнгә тиклем ата-бабалары һымаҡ йәшәй.


Сөнки Раббы һеҙгә тәрән йоҡо күндерҙе, Күҙегеҙҙе йомдорҙо, эй пәйғәмбәрҙәр; Аңығыҙҙы томаланы, эй әүлиәләр.


Ул шунда былай тине: – Бар, был халыҡҡа әйт: «Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ; Ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ!»


«Эй күҙҙәре булып та, күрмәгән, Ҡолаҡтары булып, ишетмәгән Мәғәнәһеҙ, аңра халыҡ, тыңла.


– Эй әҙәм улы, һин фетнәсел халыҡ араһында йәшәйһең. Уларҙың күрер өсөн күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр; ишетер өсөн ҡолаҡтары бар, әммә ишетмәйҙәр. Сөнки улар – фетнәсел халыҡ.


Уларға килтергән саҙаҡалары – тәүге булып тыуған һәр ир баланы утта ҡорбан итеү менән үҙҙәрен нәжесләргә ихтыяр бирҙем. Дәһшәткә төшһөндәр һәм Минең Раббы булғанымды белһендәр өсөн эшләнем быны».


Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар, «ҡарап та, күрмәһендәр, тыңлап та, аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.


«Был халыҡ янына бар ҙа әйт: Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ.


Әммә бөгөнгө көнгә тиклем Раббы һеҙгә аңлар өсөн аҡыл, күрер өсөн күҙ, ишетер өсөн ҡолаҡ бирмәгәйне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ