Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 11:11 - Изге Яҙма

11 Шулай итеп, һеҙҙән, Исраил халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Исраил халҡында көнсөллөк уятты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Шулай итеп, һеҙҙән, Израиль халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Израиль халҡында көнсөллөк уятты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Шулай итеп, һеҙҙән, Исраил халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Исраил халҡында көнсөллөк уятты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 11:11
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әллә Мин яуыз кешенең үлеменән һөйөнөс табаммы? – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин уның яман юлынан баш тартыуын һәм йәшәүен теләйем.


Мин бер кемдең дә үлеменә ҡыуанмайым, – тип белдерә Раббы Хаким. – Гонаһтарығыҙҙан ваз кисегеҙ ҙә йәшәгеҙ!


Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?»


Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер, ә баҡсаны башҡаларға бирер. Быны ишеткәндәр: – Улай булып ҡуймаһын инде! – тиештеләр.


Паулус менән Барнабас ғибәҙәтхананан сыҡҡанда, халыҡ уларҙан, киләһе шәмбелә лә ошо хаҡта һөйләгеҙ әле, тип үтенде.


Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


Тағы ла, Исраил халҡы быны аңламанымы ни, тип һорайым. Быға Алла һүҙҙәре менән тәүге булып Муса яуап бирә: «Мин һеҙҙә халыҡ тип атап булмаған ҡәүем аша көнсөллөк уятасаҡмын, аңһыҙ халыҡ аша асыу тыуҙырасаҡмын».


Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Исраил кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Бинйәмин тоҡомонанмын.


Әгәр уларҙың абыныуҙары – донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Исраил халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр!


Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән?


Шуның һымаҡ хәҙер улар ҙа һеҙгә күрһәтелгән шәфҡәт өсөн Аллаға буйһонмайҙар, был иһә уларға ла шәфҡәт күрһәтелһен өсөн эшләнә,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ