Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 1:17 - Изге Яҙма

17 Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 1:17
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең ҡанундарыма күрә эш итә, Ҡағиҙәләремде ихлас тота – Шул тәҡүә кеше. Һис шикһеҙ, ул йәшәйәсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Ҡара, был әҙәм һауалы, ниәте яҡшы түгел; Ә тәҡүә кеше тоғро булыуы арҡаһында йәшәр.


Муса баҡыр йылан яһаны, уны таяҡҡа тағып ҡуйҙы һәм йыландан сағылыусылар, баҡыр йыланға ҡарап, тере ҡалды.


Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.


Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар.


Әммә хәҙер Алланың кешеләрҙе ҡанундан тыш та аҡлауы асылды, быны ҡанун да, пәйғәмбәрҙәр ҙә раҫлай.


Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә. Кешеләр араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ.


Ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаһа, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро булмауҙары Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы?


Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу инаныу аша килде.


Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, Алланың әҙәмде аҡлауына илткән хеҙмәт күпкә данлыраҡ.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Бер кемдең дә Алла алдында ҡанун аша аҡлана алмауы билдәле, сөнки «тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».


Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы арҡаһында йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ