Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 8:15 - Изге Яҙма

15 Шуға күрә үҙҙәренең ҡалаларында һәм Йәрүсәлимдә: «Тауға сығығыҙ, китапта яҙылғанса, ҡыуыш ҡорор өсөн баҡсалағы, шулай уҡ ҡырағай үҫкән зәйтүн ағасы ботаҡтарын, мирт, хөрмә һәм башҡа киң япраҡлы ағастарҙың ботаҡтарын алып төшөгөҙ», – тип иғлан иттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 8:15
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күгәрсен уға кис кенә әйләнеп ҡайтты – суҡышында яңы ғына өҙөлгән зәйтүн япрағын килтергәйне. Нух ер өҫтөнән һыуҙың ҡайтҡанын аңланы.


Раббы тәғәйенләгән ваҡытта изге йыйын булараҡ иғлан ителәсәк байрамдар ошолар:


Тәүге көндө иң матур ағастарҙың ботаҡтарын, хөрмә япраҡтарын, йылға талының һәм суҡ япраҡлы ағастарҙың ботаҡтарын алығыҙ ҙа ете көн буйы Аллағыҙ Раббының хозурында күңел асығыҙ.


– Төндә күрҙем: үҙән буйындағы мирт ағастары араһында ерән атҡа атланған бер әҙәм тора. Артында ерән, туры һәм аҡ аттар бар ине.


Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге ауылына еткәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.


хөрмә ботаҡтары алдылар ҙа: – «Һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе, Исраил Батшаһы мөбәрәк булһын!» – тип ҡысҡырып ҡаршыларға сыҡтылар.


Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ