14 Раббы Муса аша биргән ҡанунда: «Исраил халҡы етенсе айҙың байрам көндәрендә ҡыуыштарҙа йәшәһен», – тигән яҙыуҙы таптылар.
ә Яҡуп Суккоҫҡа табан йүнәлде. Шунда ул үҙенә йорт, ә малдарына кәртәләр эшләне. Шуға күрә был урынды Суккоҫ тип атаны.
Ҡанунда яҙылғанса, Ҡыуыш байрамы үткәреп, көн һайын тәғәйенләнгән һанда тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙеләр.
Иртәгәһе көндө халыҡтың бөтә нәҫел башлыҡтары, ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡанунда яҙылғандарҙы өйрәнер өсөн, ғилем эйәһе Ғөзәйер янына йыйылды.
– Исраил халҡына әйт: шул етенсе айҙың ун бишенсе көнөнән башлап ете көн буйы Раббыға бағышланған Ҡыуыш байрамы үткәрегеҙ.
Йәһүдтәрҙең Ҡыуыш байрамы яҡынлашҡас,