64 Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар.
Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән. Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була.
Эй Аллам! Ошо әҙәмдәрҙең ҡылығын иҫеңдә тот, сөнки улар ҡаһинлыҡҡа, ҡаһиндар һәм левиҙәр килешеүенә тап төшөрҙө.
Аллам күңелемә дәрәжәле кешеләрҙе, түрәләрҙе һәм бөтә ябай халыҡты туплап, нәҫелдәр буйынса иҫәп алыу ихтыярын һалды. Мин әсирлектән иң тәүҙә ҡайтҡан кешеләрҙең нәҫел исемлеген табып алдым. Унда былай тип яҙылғайны:
Ҡаһиндарҙан: Ховаяһ нәҫеле, Һаҡҡос нәҫеле, Барзиллай нәҫеле. Барзиллай Ғилғәдтә йәшәгән Барзиллай ҡыҙҙарының береһенә өйләнә лә уның исеме менән йөрөй башлаған була.
Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.
Мәсехләнгән ҡаһин гонаһ ҡылып, халыҡты ғәйепле итһә, үҙ гонаһы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ килтерһен.