19 Хатта уның игелекле эштәрен минең алда ла маҡтап һөйләй торғайнылар, ә минең һүҙҙәремде уға еткереп торҙолар. Товияһ иһә мине ҡурҡытмаҡҡа хаттар яҙа ине.
Уларҙың маҡсаты ҡурҡытып, ул әйткәнде эшләтеп, мине гонаһҡа батырыу ине. Шунда абруйым төшөп, уларға мәсхәрә булып ҡалыр инем.
Эш шунда: Йәһүҙәнең байтаҡ кешеләре уның менән ант беркеткән ине. Сөнки ул Арах улы Шеханъяһтың кейәүе ине, ә Йеһоханан исемле улы Бәрәхъяһ улы Мешулламдың ҡыҙына өйләнгәйне.
Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом.
Диуар төҙөлөп бөтөп, ҡапҡаларҙы ҡуйғандан һуң, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар һәм левиҙәр тәғәйенләнде.
Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға.
Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенеке кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнде.
Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.
Ялған пәйғәмбәрҙәр – был донъяныҡы, шуға күрә улар һөйләгән һүҙҙәр – был донъяныҡы, һәм донъя кешеләре уларҙы тыңлай.