18 Эш шунда: Йәһүҙәнең байтаҡ кешеләре уның менән ант беркеткән ине. Сөнки ул Арах улы Шеханъяһтың кейәүе ине, ә Йеһоханан исемле улы Бәрәхъяһ улы Мешулламдың ҡыҙына өйләнгәйне.
Хананъяһтың улдары: Пелатъяһ һәм Йешағъяһ; Йешағъяһтың улы Рефаяһ, Рефаяһтың – Арнан, Арнандың – Ғовадъяһ, Ғовадъяһтың – Шеханъяһ,
Арах нәҫеленән – ете йөҙ етмеш биш кеше;
Унан арыраҡ диуарҙы Шәләмъяһ улы Хананъяһ менән Салафтың алтынсы улы Ханун төҙәтте. Уларҙың йәнәшәһендә Бәрәхъяһ улы Мешуллам үҙ торлағына ҡаршы урынды рәткә килтереп ҡуйҙы.
Уларҙан ары диуарҙы Һаҡҡостан тыуған Урияһ улы Меремоҫ йүнәтте; улар янында Мешезавилдан тыуған Бәрәхъяһ улы Мешуллам эшләне; арыраҡ Бағана улы Садоҡ эшләне.
Ул көндәрҙә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләре Товияһҡа йыш ҡына хат яҙып торҙо, Товияһ уларға үҙе лә яҙҙы.
Хатта уның игелекле эштәрен минең алда ла маҡтап һөйләй торғайнылар, ә минең һүҙҙәремде уға еткереп торҙолар. Товияһ иһә мине ҡурҡытмаҡҡа хаттар яҙа ине.
Арах нәҫеленән – алты йөҙ илле ике кеше;