16 Бөтә дошмандарыбыҙ, тирә-яғыбыҙҙағы һәммә халыҡтар быны ишетеп ҡурҡтылар һәм уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышаныстары бөттө, сөнки был эште Аллабыҙ ярҙамы менән башҡарып сыҡҡаныбыҙҙы аңланылар.
Хорон кешеһе Санбаллат менән ғаммондар түрәһе Товияһ, Исраил халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше килгәнен ишеткәс, йәндәре көйҙө.
Диуарҙы төҙөүебеҙҙе ишеткәс, Санбаллаттың бик ныҡ асыуы килде, йәне көйөп, йәһүдтәрҙе мыҫҡыл итте.
Санбаллат менән Товияһтың һәм ғәрәп, Ғаммон, Ашдод кешеләренең Йәрүсәлим диуарының аяҡҡа баҫтырылыуын, емерек урындарының бөтәштерелеүен ишеткәс, һарыуҙары ҡайнаны.
Ул көндәрҙә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләре Товияһҡа йыш ҡына хат яҙып торҙо, Товияһ уларға үҙе лә яҙҙы.
Юҡҡа ғына ҡара таңдан тороп Ҡара төнгә тиклем эшләйһегеҙ. Аҙап менән тапҡан икмәгегеҙҙе ашайһығыҙ – Раббы Үҙе яратҡанға йоҡлап ятҡанда ла бирә.
Раббыға өмөтөмдө бағлайым, Эйе, күңелем Уға ынтыла, Уның һүҙенә өмөт бағлайым.
Сөнки ҡапҡаңдың арҡыры биген нығыта, Эсеңдәге халҡыңа фатиха бирә.
Раббы яу арбаларының тәгәрмәстәрен тығылдырҙы ла, улары йүнләп әйләнмәне. – Тиҙерәк ҡасайыҡ был Исраил халҡы янынан! – тине мысырҙар. – Раббы улар яғында беҙгә ҡаршы һуғыша.
Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр алдында был ҡала Минең өсөн шатлыҡ, маҡтау һәм шөһрәт инешенә әйләнер. Йәрүсәлим халҡына эшләгән бөтә яҡшылыҡтарымды һәм уларға биргән именлекте күреп, был ҡәүемдәр ҡурҡыуға ҡалып тетрәнер».
Яҡуп нәҫеленә ҡаршы торор сихыр ҙа юҡ, Исраил халҡына ҡаршы күрәҙәлек тә файҙаһыҙ. Ваҡыты еткәс, Яҡуп һәм Исраил халҡы хаҡында: „Бына нимә ҡылды Алла!“ – тиерҙәр.
Шуға күрә хәҙер һеҙгә әйтәм: был кешеләргә теймәгеҙ. Уларҙы ебәрегеҙ. Ниәтләгән эштәре бәндәләрҙән булһа, ул эштәр юҡҡа сығасаҡ.
Быларҙы ишеткәс, ҡотобоҙ осто, бер кемебеҙҙең дә һеҙгә ҡаршы торорлоҡ хәле ҡалманы. Сөнки һеҙҙең Аллағыҙ Раббы – юғарыла, күктә, һәм түбәндә, ерҙә, хакимлыҡ иткән Алла бит! – тине. –
уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.
Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.