Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 6:11 - Изге Яҙма

11 – Минең һымаҡ кеше ҡасамы һуң? – тинем мин уға. – Ҡорам эсенә инеп тере ҡалырға мин ул тиклем кем? Юҡ, бармайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 6:11
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин уны Алла ебәрмәгәнен һәм уның миңә ҡаршы Товияһ менән Санбаллат яллағанға күрә пәйғәмбәрлек иткәнен асыҡ аңланым.


Мин дә уларға хәбәрселәр аша: «Мин мөһим эш менән мәшғүлмен, шуға күрә бара алмайым. Һеҙгә китһәм, эш туҡтап ҡала бит!» – тип яуап ҡайтарҙым.


Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом.


Ул күккә һәм ер йөҙөнә эйелеп ҡарай.


Уға башлыҡтар янында урын бирә, Халҡының түрәләре менән бергә ултырта.


Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.


Үле себен төшөп, хуш еҫле майҙы боҙған һәм һаҫытҡан кеүек, бәләкәй генә ахмаҡлыҡ та аҡыл менән абруйҙан ауырыраҡ тарта.


Данлыҡлы урмандары, Уңдырышлы ҡырҙары, Үлемесле сиргә тарыған әҙәмдәй, Тотошлай харап булыр.


Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.


Шаул иһә Стефанустың үлтерелеүен хуп күрҙе. Шул көндән Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлеген ныҡлап эҙәрлекләргә тотондолар һәм илселәрҙән башҡа барыһы ла Йәһүҙиә менән Самария буйлап таралдылар.


Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта тормошом ҡорбан ителһә лә, мин ҡыуанам һәм бөтәгеҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.


Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.


Иман арҡаһында Муса Мысырҙан китте. Ул батшаның асыуынан ҡурҡманы. Күҙгә күренмәҫ Алланы күргән кеше һымаҡ, ул сыҙам булды.


Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ