20 Шуға күрә, борғо тауышын ишетеү менән, беҙҙең эргәгә йыйылығыҙ. Аллабыҙ беҙҙең өсөн һуғышасаҡ.
– Әгәр арамиҙар мине еңә башлаһа, һин миңә ярҙамға килерһең, ә ғаммондар һине ҡыҫырыҡлай башлаһа, мин ярҙамға килермен, – ти Йоав. –
Дәрәжәле кешеләргә, башлыҡтарға һәм ҡалған халыҡҡа мин әйтеп ҡуйҙым: – Эш күп һәм киң майҙанға һуҙылған, ә беҙ бөтә диуар буйынса таралып, бер-беребеҙҙән айырылғанбыҙ.
Беҙ шулай эшләнек; халыҡтың яртыһы таң һарыһынан йондоҙҙар ҡалҡҡансы ҡулында һөңгө тотто.
Тыныс булығыҙ, Раббы һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ.
Раббы яу арбаларының тәгәрмәстәрен тығылдырҙы ла, улары йүнләп әйләнмәне. – Тиҙерәк ҡасайыҡ был Исраил халҡы янынан! – тине мысырҙар. – Раббы улар яғында беҙгә ҡаршы һуғыша.
Унан Раббы һуғыш ваҡытындағы кеүек был ҡәүемдәргә ҡаршы сығып һуғышыр.
Алдығыҙҙан барған Аллағыҙ Раббы һеҙҙең өсөн Үҙе һуғышасаҡ. Күреп торҙоғоҙ бит, Мысырҙа ла,
Сөнки еңеүгә илтер һәм дошмандарығыҙ менән алышыр өсөн Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән бара».
Уларҙан ҡурҡмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ».
Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ меңде ҡасырға мәжбүр итә, сөнки Аллағыҙ Раббы, һеҙгә вәғәҙә иткәнсә, һеҙҙең өсөн Үҙе һуғыша.