17 Ниһайәт, мин уларға: – Ниндәй бөлгөнлөктә йәшәгәнебеҙҙе күрәһегеҙҙер, – тинем. – Йәрүсәлим емерелгән, ҡапҡалары яндырылған. Әйҙәгеҙ, Йәрүсәлимдең диуарҙарын төҙөйөк тә башҡа былай хурланып йәшәмәйек.
Беҙ ҡол инек, әммә Аллабыҙ беҙҙе ҡоллоҡта ла ташламаны. Беҙгә йән керһен, Аллабыҙ йортон төҙөһөн, уны емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырһын өсөн, Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә беҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн, беҙгә Фарсы батшаларының алдында Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтте.
Улар былай тине: – Әсирлектән ҡотолоп ҡайтҡандар унда, өлкәлә, үтә ауыр һәм кәмһетелгән хәлдәләр; Йәрүсәлимдең диуарҙары емерелгән, ҡапҡалары яндырылған.
Төндә мин Үҙән ҡапҡаһы аша Аждаһа шишмәһе эргәһенән Тиреҫ ҡапҡаһы янына килдем. Йәрүсәлимдең емерек диуарҙарын, уның яндырылған ҡапҡаларын ҡарап сыҡтым.
Бындағы түрәләр минең ҡайҙа барғанымды ла, ни эшләгәнемде лә белмәне: йәһүдтәргә лә, ҡаһиндарға ла, дәрәжәле кешеләргә лә, түрәләргә лә, был эште башҡарырға тейешле кешеләргә лә бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәгәйнем.
Шишмә ҡапҡаһын Миспа биҫтәһе башлығы Кол-Хозе улы Шаллун йүнәтте: эш тамамланғас, ҡапҡаның башын ябып, ишек һәм йоҙаҡ-биктәрен ҡуйҙы. Ул шулай уҡ Батша баҡсаһы ҡаршыһындағы Шелах быуаһы буйындағы диуарҙы Дауыт ҡалаһынан төшә торған баҫҡысҡа тиклем төҙәтте.
Әҙәм ғүмере – гүйә бер үлән; Ялан гөлө һымаҡ сәскә атыр,
Тир ҡыҙы бүләктәр менән килер, Байҙар илтифатыңды ҡаҙанырға ынтылыр.
Батша кәләше бар гүзәллегендә – үҙ бүлмәһендә, Кейемдәре алтын менән нағышланған.
Тәлгәштәре диңгеҙгә үрелде, Тармаҡтары Евфратҡаса барып етте.
Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, эй Алла! Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар!
Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр.
Яҡуп нәҫеле йәшәгән һәр төйәкте Йәлләмәне бөйөк Хаким – һәләк итте. Асыуынан Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Батшалыҡты, хакимдарын мәсхәрәләп ергә йыҡты.
Ҡалам ҡыҙҙарының яҙмышын күреп, Йөрәк-бәғерем теленә минең.
Мин һине, Йәрүсәлим, харабаға әйләндерәм, тирә-яғыңдағы ҡәүемдәр һәм эргәңдән үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙең күҙе алдында хурлыҡҡа ҡалдырам.
Эй Йәрүсәлим, Диуарҙарың ҡайтанан төҙөлөр, Сиктәрең тағы ла киңәйер көн килә.
Әммә ғаммон Нахаш уларға: – Тик бер генә шарт менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы. – Һәр берегеҙҙең уң күҙен соҡоп алам да, бөтә Исраилды мәсхәрәгә ҡалдырам.