19 Шунан һуң мин шәмбе көн алдынан эңер төшкәс Йәрүсәлим ҡапҡаларын бикләргә һәм шәмбе үткәнгә тиклем асмаҫҡа бойорҙом. Шәмбе көндө бер ниндәй йөк тә үтмәһен өсөн, ҡапҡалар янына хеҙмәтселәремде ҡуйҙым.
Сауҙагәрҙәр һәм һәр төрлө һатыу итеүселәр бер-ике тапҡыр Йәрүсәлимдән тышта төн үткәрҙе.
Мин уларға: – Йәрүсәлим ҡапҡаларын ҡояш ҡыҙҙыра башламайынса асмағыҙ. Ҡапҡа һаҡсылары ҡарауылда торған саҡтарында ҡапҡаларҙы ябып бикләһендәр. Һаҡсылар итеп Йәрүсәлимдә йәшәгән кешеләрҙе ҡуйығыҙ, ҡайһы берәүҙәре билдәләнгән урында, икенселәр үҙ йорттары ҡаршыһында торһон, – тинем.
Иген баҫыуығыҙҙың уңышын йыйған ваҡытта, ситенә тиклем урып бөтөрмәгеҙ, ҡалған башаҡтарҙы сүпләмәгеҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм килмешәктәргә ҡалдырығыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.
Ул һеҙҙең өсөн махсус ял көнө, нәфсегеҙҙе тыйырға тейешһегеҙ, айҙың туғыҙынсы көнөндә, бер кистән икенсе кискә тиклем, шәмбе көндө билдәләгеҙ.
Шунлыҡтан йәһүдтәр сәләмәтләнгән кешегә: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.