Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 12:27 - Изге Яҙма

27 Йәрүсәлим диуарын Аллаға бағышлау байрамында ҡатнашыр өсөн левиҙәрҙе бөтә ерҙән саҡыртып алдылар. Улар ҡыуаныслы тантанала тәрилкәләр һуғып, лира һәм арфа сиртеп, шөкөрана йырҙары башҡарырға тейеш ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 12:27
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт батшаға: «Раббы Алла һандығы арҡаһында Ғовед-Эдомдың бөтә ғаиләһенә, булған мал-мөлкәтенә бәрәкәтен биргән», – тигән хәбәр еткерҙеләр. Дауыт барып Алла һандығын һөйөнөс менән Ғовед-Эдом йортонан Дауыт ҡалаһына күсерҙе.


Сөләймән татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһе килтерҙе. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Раббы йортон изгеләндерҙе.


Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Алла алдында бар күңелен һалып йырлай-йырлай, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, еҙ тәрилкәләр һуғып, борғола уйнап, бейей-бейей күңел аса.


Дауыт уларға былай ти: – Һеҙ, Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары, үҙегеҙ ҙә, туғандарығыҙ ҙа пакланығыҙ һәм Исраил Аллаһы Раббының Килешеү һандығын мин әҙерләгән ергә килтерегеҙ;


Дауыт левиҙәрҙең башлыҡтарына туғандары араһынан йырсылар билдәләп, уларға лира, арфа, һуҡма тәрилкә кеүек уйын ҡоралдары тоттороп, шатлыҡ йырҙары йырлап барырға ҡуша.


Бына шулай бөтә Исраил халҡы шау-гөр килеп, тәкә мөгөҙө, борғолар, һуҡма тәрилкәләр тауышы аҫтында, лира һәм арфалар уйнатып, Раббының Килешеү һандығын алып ҡайта.


Дауыт Һарун улдары менән левиҙәрҙе саҡыра. Бына улар:


Һеман менән Йедуҫун, борғола, һуҡма тәрилкәлә һәм башҡа төрлө уйын ҡоралдарында уйнап, Аллаға йырларға тейеш була. Йедуҫун улдары иһә ҡапҡа һаҡлай.


Асафты баш итә, уға ярҙамға Зәкәрьяһты, Йеғиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Маттиҫъяһты, Әлиавты һәм Бенаяһты, Ғовед-Эдомды һәм Йеғиилды – лирала һәм арфала уйнарға, Асафты еҙ тәрилкә һуғырға тәғәйенләй.


дүрт меңе – ҡапҡа һаҡларға һәм тағы дүрт меңе, Дауыт эшләп биргән уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыға дан йырларға тейеш.


Хеврондарҙың башлығы Йерияһ була. Дауыттың батшалыҡ итеүенең ҡырҡынсы йылында хеврондарҙың нәҫел шәжәрәләре тикшерелә һәм Ғилғәд Яғзерендә уларҙың ҡаһарман яугирҙәре табыла.


Батша һуҡма тәрилкәләр, лира һәм арфалар тотҡан левиҙәрҙе Раббы ҡорамына ҡуя, быны Дауыт менән батша әүлиәһе Ғад һәм Наҫан пәйғәмбәр ҡағиҙәһенә ярашлы эшләй. Был – Раббының уның пәйғәмбәрҙәре аша ебәрелгән ҡағиҙәһе була.


Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.


Борғо ҡысҡыртыусылар менән йырсылар бер тауыштан Раббыға маҡтау һәм шөкөрана йырларға тотона. Бына борғолар менән һуҡма тәрилкәләрҙең, башҡа уйын ҡоралдарының ғәйрәтле тауыштарына ҡушылып, йырсылар Раббыны маҡтай һәм данлай. «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырлағанда, Раббы ҡорамына балҡып торған болот тула.


Ҡаһиндар үҙ урындарын ала. Левиҙәр, Дауыт батшаның Раббыны маҡтау өсөн яһаттырған һәм «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип мәҙхиә йырлағанда ҡуллана торған уйын ҡоралдарын күтәреп, ҡаһиндарҙың эргәһендә үҙ урындарына тора. Ҡаһиндар, левиҙәр ҡаршыһында баҫып, борғо ҡысҡырта, барлыҡ исраилдар аяғүрә тора.


Исраил халҡы, ҡаһиндар, левиҙәр һәм һөргөндән ҡайтҡан башҡа кешеләр оло шатлыҡ менән Алла йортон изгеләндереү ғәмәлен башҡарҙы.


Исраилдың ҡалған халҡы, ҡаһиндар, левиҙәр Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында ла һәр береһе үҙ биләмәһендә йәшәне.


Ул көндә ҙур-ҙур ҡорбандар килтерелде, халыҡ күңел асты, сөнки был бөйөк шатлыҡты уларға Алла Үҙе бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа күңел асты, Йәрүсәлимдәге тантана алыҫтарға ишетелеп торҙо.


Әсирлектән ҡайтҡан барса халыҡ ҡыуыш яһап, шунда йәшәне. Нун улы Йушағ дәүеренән алып, ошо көнгә тиклем Исраил халҡының быны эшләгәне юҡ ине. Халыҡтың шатлығының сиге булманы.


Әйҙә улар бейей-бейей исемен данлаһын Уның, Дөңгөр ҡағып, арфа сиртеп, Уға мәҙхиә йырлаһын!


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Аллаң Раббы хозурына килеп ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында бергәләшеп күңел асығыҙ.


Етәкселәр ғәскәргә: «Арағыҙҙа яңы йорт һалып та, уны туйламаған берәй кеше бармы? – тип мөрәжәғәт итер. – Өйөнә ҡайтһын, сөнки һуғышта үлһә, өйөндә башҡа берәйһе йәшәр.


Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!


Ул төргәк китапты алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын туҫтаҡ ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ