24 Левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Шеревъяһ һәм Ҡадмиил улы Йешуағ бер яҡта, ҡәрҙәштәре икенсе яҡта торор һәм, Алла бәндәһе Дауыттың бойороғо буйынса, ҡара-ҡаршы маҡтау һәм шөкөрана ҡылыр булды.
– Инде белдем, һин Алла бәндәһе икәнһең! – тине ҡатын. – Ысынлап та ауыҙыңда Раббы һүҙе икән!
Исраил Аллаһы Раббыға доға ҡылһындар, Уға шөкөр итһендәр һәм данлаһындар тип, Дауыт левиҙәрҙән Раббы һандығы янында хеҙмәт башҡарыусыларҙы ҡуя:
Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була.
Левиҙәр: Һодауъяһ нәҫеле Йешуағ менән Ҡадмиил тармағынан – етмеш дүрт кеше.
доға ҡылғанда башлап шөкөрана мәҙхиәләрен, маҡтауҙарҙы башҡарыусы Маттанъяһ Миха улы; Миха – Завди, Завди – Асаф улы ине. Уның ҡәрҙәштәренән Бакбукъяһ ярҙамсыһы булды. Шулай уҡ Ғавда Шаммуағ улы; Шаммуағ – Галал улы, Галал – Йедуҫун улы ине.
Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары йылъяҙмаға Әлйәшив улы Йоханан дәүеренә тиклем инеп ҡалған.
Шулай уҡ Зәкәрьяһтың ҡәрҙәштәре Шемағъяһ, Ғазарил, Милалай, Гилалай, Мағай, Неҫанил, Йәһүҙә һәм Ханани Алла бәндәһе Дауыттың уйын ҡоралдарын күтәреп барҙы, ә ғилем эйәһе Ғөзәйер улар алдынан атланы.
Йешуағ, Бани, Шеревъяһ, Ямин, Ғаҡҡув, Шаббеҫай, Һодияһ, Мағасеяһ, Ҡылита, Ғазаръяһ, Йозавад, Ханан, Пелаяһ исемле левиҙәр аяғүрә торған халыҡҡа ҡанунды аңлатып торҙо.
Йешуағ, Бани, Ҡадмиил, Шеванъяһ, Бунни, Шеревъяһ, Бани, Кенани левиҙәр өсөн яһалған бейек урынға менеп баҫтылар ҙа Аллалары Раббыға ҡысҡырып ялбарҙылар.
Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы.
Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.
шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтә яҡшы эшкә лә әҙер.
Бер мәлде Йәһүҙә ырыуы кешеләре Йушағ янына Гилгалға килделәр. Ҡынизи Йефунне улы Калев уға: – Ҡадеш-Барнеағта Алла бәндәһе Мусаға Раббының һинең менән минең хаҡта нимә әйткәнен хәтерләйһеңме?