30 Заноахта, Ғадулламда һәм уларҙың ауылдарында, Лахишта һәм уның тирәһендә, Ғазыҡала һәм эргә-тирәләрендә йәшәне. Улар Беер-Шәвәғтән Һинном үҙәненә тиклем таралғайны.
Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты.
Исмәғилдең ун ике улы ла үҙ ырыуҙарының юлбашсыһы булды. Был ырыуҙар йәшәгән һәм күсеп йөрөгән урындар уларҙың исемдәре менән аталды.
Бер кем дә улын йәки ҡыҙын Мөләх илаһҡа утта ҡорбан итә алмаһын өсөн, Йошияһ Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫте нәжесләне.
Ғейн-Риммонда, Сорғала, Ярмуҫта,
Бинйәмин ырыуы Гевағтан алып Михмаста, Ғаййала, Бейт-Илдә һәм уларҙың эргә-тирәләрендә,
Үҙән ҡапҡаһын Заноах кешеләре менән Ханун төҙәтте: улар ҡапҡаны төҙөп, ишектәрен ҡуйып, йоҙаҡ менән арҡыры бик эшләп ҡуйҙы, өҫтәүенә Тиреҫ ҡапҡаһына тиклем мең терһәк оҙонлоғонда диуарҙы ла йүнәтте.
Ул арала баш вәзир үҙенең батшаһының Лахиш ҡалаһынан китеп, әле Ливнаға һөжүм иткәнен ишетте. Уның менән осрашырға шунда йүнәлде.
Харсиҫ ҡапҡаһы ҡаршыһындағы Бен-Һинном үҙәненә сыҡ, Мин һиңә әйткән һүҙҙәрҙе иғлан ит.
Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – был урынды Төфәҫ тип тә, Бен-Һинном үҙәне тип тә түгел, Һуйыш үҙәне тип атарҙар.
Улар Бен-Һинном үҙәнендә Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр, шунда Мөләх илаһына улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡорбан иттеләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәгәйнем, ундай әшәкелектәрҙе эшләрҙәр тип башыма ла килтермәгәйнем! Шуның менән улар Йәһүҙәне гонаһҡа батырҙылар».
Эй Марешала йәшәгәндәр, Раббы һеҙгә илбаҫарҙар алып килә. Исраилдың затлы кешеләре Ғадуллам мәмерйәһенә һыйынасаҡ.
Шуға күрә Йәрүсәлим батшаһы Адони-Садиҡ Хеврон батшаһы Һоһамға, Ярмуҫ батшаһы Пирамға, Лахиш батшаһы Яфияғҡа, Ғәғлон батшаһы Девирға сапҡындар ебәреп:
Ливна батшаһы, Ғадуллам батшаһы,
Лахиш, Босҡаҫ, Ғәғлон,
Артабан сик Бен-Һинном үҙәне буйлап күтәрелә лә Йевустың, йәғни Йәрүсәлимдең көньяҡ битләүенән үтеп, Һинном үҙәненең көнбайышында һәм Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тауҙың башына күтәрелә.
Һуңынан Бен-Һинном үҙәне менән йәнәш, Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тау итәгенә табан төшә лә, йевусиҙәр биләмәһенең көньяҡ битләүенән Һинном үҙәне буйлап аҫҡа китә һәм Рогел инешенә табан һөҙәкләй.