23 Йырсыларҙың көндәлек вазифалары батша бойороғо менән раҫланғайны һәм уларға көн һайын билдәле күләмдә аҙыҡ-түлек бирелә ине.
Ғүмеренең буйына уға Бабил батшаһы тарафынан йәшәү өсөн кәрәк-яраҡ көн һайын бирелә килде.
Йырсы хеҙмәтендәге левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары ҡорамдағы бүлмәләрҙә йәшәй һәм, көнө-төнө үҙҙәренең төп вазифаларын башҡарғанға күрә, уларға башҡа төрлө эштәр ҡушылмай.
Зеруббавел менән Нөхәмияһ дәүерендә бөтә Исраил халҡы йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына көн һайын өлөш биреп торҙо; шулай уҡ левиҙәргә лә тейешле өлөш бирелде, левиҙәр ҙә Һарун нәҫеленән булғандарға өлөш бүлде.