21 Ҡорам хеҙмәтселәре Ғофелдә йәшәне, уларҙың башлығы Сиха менән Гишпа ине.
Беренсе булып үҙ биләмәләренә, ҡалаларына ябай исраилдар, шулай уҡ ҡаһиндар, левиҙәр һәм ҡорам хеҙмәтселәре әйләнеп ҡайта.
Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын яһата, Ғофел ҡалҡыулығындағы ҡала диуарына ла күпте төҙөтә.
Ҡорам хеҙмәтселәре: Сиха нәҫеле, Хасуфа нәҫеле, Таббағоҫ нәҫеле,
Ғофел ҡалҡыулығында йәшәгән ҡорам хеҙмәтселәре көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһы ҡаршыһын һәм алғараҡ сығып торған манараға тиклем тергеҙҙе.
Диуарҙың артабанғы өлөшөн – Алла йорто хеҙмәтселәре һәм сауҙагәрҙәр бинаһына (ул бина Тикшереү ҡапҡаһы ҡаршыһында) һәм өҫкө бүлмәһе булған диуар мөйөшөнә тиклем – көмөшсө Малкияһ төҙөкләндерҙе.