Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нахум 3:6 - Изге Яҙма

6 Өҫтөңә бысраҡ ырғытам, Һине хурлыҡҡа төшөрәм, Ғәм алдында мәсхәрәгә ҡалдырам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Өҫтөңә бысраҡ ырғытам, Һине хурлыҡҡа ҡалдырам, Ғәм алдында мәсхәрәгә ҡалдырам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Өҫтөңә бысраҡ ырғытам, Һине хурлыҡҡа төшөрәм, Ғәм алдында мәсхәрәгә ҡалдырам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нахум 3:6
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул мине бысраҡҡа быраҡтырҙы, Саң-туҙанға, көлгә әйләндем.


Бөтә ерҙән дә һөрөлгән Атһыҙ-затһыҙ әҙәм аҡтыҡтары!


Мине тағы ла бысраҡ соҡорға батырырһың, Хатта үҙ кейемем дә минән ерәнер.


Бабил таштар өйөмөнә, Сүл бүреләренең төйәгенә, Ҡот осорғос бер урынға, Кеше йәшәмәҫ ергә, мәсхәрәгә әйләнер.


Таш кимертеп, тештәремде һындырҙы, Ул мине көлгә һалып тапаны.


шуларҙың барыһы өсөн, ләззәтләнгән бөтә уйнаштарыңды – һөйгәндәреңде лә, күрә алмағандарыңды ла – бергә йыям. Һәр тарафтан уларҙы туплап, алдарында шәрәлегеңде асам; улар һинең хурлыҡҡа ҡалыуыңды күрер.


Ә һинең хаҡта, Ниневе, Раббы бына ниндәй әмер бирҙе: «Исемең юғаласаҡ, вариҫтарың булмаясаҡ. Илаһтарың ҡорамынан һындарыңды, Ҡойма илаһтарыңды һепереп түгәм; Ә үҙеңә ҡәбер әҙерләйем, Сөнки һин бик әшәке затһың».


Хөрмәт урынына оятҡа туясаҡһың һин! Инде үҙең эс тә сөннәтһеҙлегеңде күрһәт. Раббының уң ҡулындағы яза тулы туҫтаҡ Һине лә урап үтмәҫ, Шөһрәтеңде һинең хурлыҡ алыштырыр.


Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был? Маҡтанып эстән генә: «Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине; Бына хәҙер инде ул хараба, Ҡош-кейектәр өсөн оя булды! Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп, Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр.


Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.


Затығыҙҙы һеҙҙең язалайым, байрамдарығыҙҙа ҡорбан иткән малдарығыҙҙың тиҙәген йөҙөгөҙгә ырғытам, һеҙ үҙегеҙ ҙә уның менән бергә ырғытыласаҡһығыҙ.


Шуның өсөн Мин бөтә халыҡ алдында һеҙҙе меҫкен итәм, кәмһетәм, сөнки һеҙ Минең юлымдан ситләштегеҙ, ҡанунға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ике йөҙлөлөк күрһәтәһегеҙ.


Беҙгә яла яғалар – беҙ яҡшылыҡ менән яуап бирәбеҙ. Донъя өсөн сүп-сар булып ҡалдыҡ һәм әле һаман йәмғиәттең аяҡ аҫтындағы ҡыйыбыҙ.


Ә минең уйлауымса, Алла беҙҙе, Үҙенең илселәрен, үлемгә хөкөм ителгән кешеләр кеүек, аренала барған тамашаның аҙаҡҡы өлөшөнә ҡуйҙы. Беҙ донъя, фәрештәләр һәм кешеләр өсөн тамаша булып ҡалдыҡ.


Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ.


Ошо фәрештәләр кеүек, фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Ғамора һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ