Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нахум 2:1 - Изге Яҙма

1 Эй Ниневе, һиңә ҡаршы емереүсе күтәрелә, Нығытмаларыңды нығыт, юлдарыңды һаҡла, Билеңде быу, бар булған көсөңдө тупла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Эй Ниневе, һиңә ҡаршы емереүсе күтәрелә, Нығытмаларыңды нығыт, юлдарыңды һаҡла, Билеңде быу, бар булған көсөңдө тупла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Эй Ниневе, һиңә ҡаршы емереүсе күтәрелә, Нығытмаларыңды нығыт, юлдарыңды һаҡла, Билеңде быу, бар булған көсөңдө тупла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нахум 2:1
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр барһаң, һин үҙең генә бар, һуғышта ғәйрәтле бул, әммә Алла һине дошмандан еңелдерер, сөнки ярҙам биреү ҙә, ҡолатыу ҙа Алланың ҡөҙрәтендә.


Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар, Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп, Миңә таяныс бул.


Уның исемен данлап йырлағыҙ, Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ!


Ҡотороноп, ул таяҡ халыҡтарҙы туҡтауһыҙ туҡмай, Ярһып, ҡәүемдәрҙе аяу белмәй иҙә, Рәхимһеҙ эҙәрләй ине.


Шул саҡ Ариилға ҡаршы һуғышҡан күп һанлы ҡәүем, Уны һәм ҡәлғәһен ҡамағандарҙың һәммәһе, Уға золом килтергәндәр бары бер төш, Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр.


Сион тауына ҡаршы һуғышҡан күмәк халыҡтар өйөрө Төшөндә ашағанын күреп, ас уянған, Йоҡола һыуһын ҡандырғанын күреп, Сарсап килеп торған кеше кеүек булыр.


Тауҙар артылып хәбәр килтереүсенең Аяҡтары ниндәй күркәм! Ул тыныслыҡ тураһында һөйөнсө, Ҡотолоу хаҡында хәбәр алып килә. Сион халҡына: «Аллағыҙ батшалыҡ итә», – тип белдерә.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Бөтә донъяны емергән балға ине, Инде үҙе ватылды, емерелде! Бабил бар ҡәүемдәр араһында Ҡот осорғос нәмәгә әүерелде!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ