Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 9:18 - Изге Яҙма

18 Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килде. Ул Ғайсаның алдына килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ә Һин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелеп китер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

18 Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ләкин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелер ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килде. Ул Ғайсаның алдына килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ә Һин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелеп китер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 9:18
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Быны ишеткәс, Нағаман туҙынып китте. – Нишләп үҙе сыҡмай? Ә мин ул алдыма баҫыр, Аллаһы Раббының исемен саҡырыр, ҡулын ауыртҡан урыным өҫтөнән йөрөтөр, мине шул рәүешле махауҙан һауыҡтырыр, тип уйлағайным.


Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.


Ҡатын иһә килеп Уның алдына йөҙтүбән ҡапланды: – Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе!


Улар халыҡ төркөмө янына әйләнеп ҡайтҡас, бер кеше Ғайса алдына килеп тубыҡланды:


Шунан Зәбәҙәйостың ҡатыны, улдары менән Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.


Ғайсаны күргәс, Уға сәждә ҡылдылар, әммә ҡайһы берәүҙәре шикләнде.


Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тине.


Шәкерттәре Уны уятып: – Хакимыбыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар.


Шуның һымаҡ, яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә, иҫке турһыҡ йыртылыр ҙа, шарап ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Шул ваҡытта шарап та, турһыҡ та һаҡланып ҡалыр.


Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә был кешенең артынан китте.


– Бынан сығығыҙ! – тине Ул. – Ҡыҙыҡай үлмәгән, ул йоҡлай ғына. Унан көлөргә тотондолар.


Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көндө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тине.


Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан: – Игелекле Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.


Бер йөҙ башының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе, ауырып, үлем хәлендә ята ине.


Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк.


Мәрйәм Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп: – Хакимым! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тине лә Уның аяғына йығылды.


Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәтегеҙ булһа, һөйләгеҙ, – тигән һүҙҙәрҙе еткерҙе.


Поплиостың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Паулус инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ