Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 6:25 - Изге Яҙма

25 Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

25 Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға һәм нимә эсергә тип, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ. Йән ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 6:25
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә һин үҙең өсөн артыҡ күпте һорайһың. Һорама! Сөнки бөтә йән эйәләренә һәләкәт ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – Әммә һин ҡайҙа ғына барһаң да, йәнеңде һаҡлап ҡалырмын, ғүмерең үҙеңә яумал булыр».


Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә, тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге белдерелер.


Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һүҙҙе баҫып китә һәм ул уңыш бирмәй.


Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, нимә кейербеҙ, тип хафаланмағыҙ.


Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек.


Һеҙҙе хөкөмгә алып барғанда, нимә һөйләргә, тип алдан борсолмағыҙ: шул мәлдә телегеҙгә ни бирелһә, шуны һөйләгеҙ. Сөнки һеҙ түгел, һеҙҙең урынға Изге Рух һөйләр.


кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала, һәм ул уңыш бирмәй.


Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтерелгән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә, тип борсолмағыҙ.


Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.


Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?


Ә мин һеҙҙең артыҡ мәшәҡәттәрһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем. Өйләнмәгән әҙәм, Раббыға ярарға тырышып, Уның эштәре хаҡында хәстәрлек күрә.


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша.


Үҙегеҙҙең бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ