21 Хазинаң ҡайҙа була, күңелең дә шунда була бит.
21 Хазинаң ҡайҙа, күңелең дә шунда булыр.
Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.
Ул – тормошоғоҙҙоң ышаныслы нигеҙе. Ҡотҡарыусы, аҡыл һәм белемдең мул инеше; Раббынан ҡурҡыу – һеҙҙең хазина.
Һинең иһә күҙең дә, йөрәгең дә тик файҙаны самалай, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгәһең, Иҙеү, талау тураһында уйлайһың».
«Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?
Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.
Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булһа, бөтә тәнең нурлы булыр.
Хазинағыҙ ҡайҙа була, күңелегеҙ ҙә шунда була бит.
Һинең был хеҙмәттә ҡатнашырға хоҡуғың юҡ, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел.
Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.
Мин, Паулус, быны үҙ ҡулым менән яҙам: ул килтергән зыянды ҡаплармын. Ә һинең бурыслы булыуың тураһында әйтеп тормайыҡ, һин бит миңә үҙең менән бурыслы.
Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын.
Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙә лә тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз, иманһыҙ йөрәк булмаһын.