Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 5:46 - Изге Яҙма

46 Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

46 Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

46 Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 5:46
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла аҡылының хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.


Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларына ла ҡолаҡ һалмаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң, мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын.


Әгәр һеҙ дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, бының иҫ китерлек нимәһе бар? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни?


Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.


Бынан һуң, Ғайса Левиҙең өйөндә табында ултырған саҡта, Ғайса һәм Уның шәкерттәре эргәһендә күп кенә һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлылар ҙа бар ине. Улар күмәкләп Ғайсаға эйәреп йөрөй ине.


Фарисейҙарға ҡараған ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырғанын күреп, Уның шәкерттәренә: – Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табында ашай ала? – тинеләр.


Ғайсаны тыңларға тип барлыҡ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр йыйылды.


Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймаған, күкрәген төйә-төйә: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булһаңсы!» – тигән.


Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Зәкхәйос исемле бай кеше йәшәй ине.


Был хәлде күреп торған барыһы ла: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранды.


Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгәйне: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә? – тинеләр.


Үҙенең өйөндә Леви Ғайса хөрмәтенә оло табын ҡорҙо. Табынға һалым йыйыусылар һәм башҡа кешеләр ҙә күп килде.


Фарисейҙар һәм уларға ҡараған ҡанун белгестәре, асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?


Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнен таныны, сөнки улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны.


Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – тиһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ