Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 4:24 - Изге Яҙма

24 Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 4:24
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе.


Шева батшабикәһе Сөләймәндең Раббы исеме арҡаһында ҡаҙанған шөһрәте тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килде.


Зирәклеге менән бөтә кешеләрҙән, хатта Әзрах нәҫеленән булған Эҫандан, Махолдың Һеман, Калкол һәм Дардағ тигән өс улынан да өҫтөнөрәк ине; уның исеме эргә-тирәләге халыҡтар араһында танылыу алды.


Дауыттың даны бөтә ерҙәргә тарала, һәм Раббы ҡөҙрәте менән бар халыҡтар унан ҡурҡып тора.


Мин, бар көсөмдө һалып, Алла йортона тейешле әйберҙәрҙе эшләр өсөн алтын, көмөш, баҡыр, тимер, ағас әҙерләнем. Оникс, тирәскә беркетмәле таштар, төҫлө таштар һәм һәр төрлө аҫыл таштар, бик күп мәрмәр әҙерләнем.


Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырғас, ул һөйләшә һәм күрә башланы.


Шул арала Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр өлкә идарасыһы Һирудҡа барып ишетелде.


Шул төбәктә йәшәгән ҡәнғәни халҡынан булған бер ҡатын Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләшкән, ул бик ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.


– Әфәндем, улымды ҡыҙған! Ул өйәнәк ауырыуынан яфалана. Йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташлана.


Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Ғайса арғы яҡ ярҙағы Гадара еренә килгәс, ен эйәләшкән ике кеше ҡәбер мәмерйәләренән Уға ҡаршы килеп сыҡты. Улар шул тиклем ҡоторған булғанлыҡтан, был юлдан һис кем үтә алмаған.


Сусҡа ҡараусылар иһә ҡалаға йүгерҙеләр һәм унда, ен эйәләшкән кешеләр менән ни булғанын да ҡушып, барыһын да һөйләп бирҙеләр.


– Әфәндем! – тине ул. – Хеҙмәтсемде фалиж һуҡты, әле минең өйөмдә ята, бик ныҡ интегә.


Был хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды.


Ғайса, бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырҙы.


Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.


Ә инде кискеһен, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерә башланылар.


Шул ваҡыт дүрт кеше Уға фалиж һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде.


Халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар, Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, фалиж һуҡҡан кешене ятҡан түшәге менән шул тишектән төшөрҙөләр.


Фалиж һуҡҡан кешегә: «Гонаһтарың ғәфү ителде», – тип әйтеү еңелерәкме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме?


Сүриәгә Курениос идара иткән заманда был тәүләп үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу була.


Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтты. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды.


Ғайса, ғибәҙәтхананан сыҡҡас, Шимғондың өйөнә килде. Шимғондың ҡәйнәһе, бөтә тәне янып, тапма менән ауырып ята ине. Ғайсанан уға ярҙам итеүен һоранылар.


Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралды. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылды.


Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Мин һиңә бойорам: тор ҙа, түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт!


Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралды.


Башҡалары иһә: – Былар – ен эйәләшкән кеше һүҙҙәре түгел. Ен һуҡырҙың күҙен аса аламы ни? – тинеләр.


Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Улар аша ошондай йөкмәткеле хат ебәрҙеләр: «Имандаштарығыҙҙан – илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.


берҙәмлектәрҙе нығытып, Сүриә һәм Киликия өлкәләре аша үтте.


Был хәлдән һуң утрауҙағы бүтән ауырыуҙар ҙа Паулус янына килде, улар ҙа һауыҡтырылды.


ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, яуыз рухтар сыҡты, фалиж һуҡҡан кешеләр, аҡһаҡтар күпләп һауыҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ