20 Ике туған шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе.
Ильясиғин кире боролоп, һабанға егелгән ике үгеҙҙе салды. Һуҡаһын яғып ит бешерҙе. Итте кешеләргә таратып бирҙе. Халыҡ шул итте ашаны. Ильясиғин иһә Ильяс артынан эйәрҙе, уға хеҙмәт итә башланы.
Кем атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Кем улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел.
Шунда Петрус Ғайсаға: – Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тине. – Бының өсөн беҙгә нимә булыр?
– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.
Арыраҡ киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зәбәҙәйос улдары Яҡуп менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зәбәҙәйос менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы.
Балыҡсылар кәмәләрен ярға сығарҙы ла, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп китте.