Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 3:17 - Изге Яҙма

17 Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 3:17
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин, батша, Раббы ҡарарын иғлан итәм: Ул миңә әйтте: «Һин – Минең улым, Мин бөгөндән һиңә Ата булдым.


«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.


Үҙенең хаҡлығын раҫлар өсөн Раббы Үҙ ҡанунын бөйөк һәм данлы итергә теләне.


Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салыр һәм ағынтыһы булған кешене Раббы ҡаршыһында паклау йолаһын башҡарыр.


«Бына – Үҙем һайлап алған Ҡолом, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөмдө иғлан итер.


Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Уға күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төштө. Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Болот эсенән: «Был – Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ»! – тигән тауыш ишетелде.


Сөнки Ата Үҙенең Улын ярата һәм Үҙе эшләгән һәр эшен Уға күрһәтеп башҡара. Ул һеҙҙең иҫегеҙ китерлек бынан да ҙурыраҡ эштәрҙе күрһәтер.


Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ


Ул быны Үҙенең ғәзиз Улында беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.


Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде.


Уға шөһрәтле бөйөк Алланан: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым», – тигән ауаз килгәндә, Ғайса Атабыҙ Алла тарафынан хөрмәт алды һәм Үҙен шөһрәт балҡышында күрһәтте.


Беҙ кешеләр шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, ә Алланың шаһитлығы бөйөгөрәк: был бит Алланың Улы тураһында биргән шаһитлығы.


Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ