Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 26:24 - Изге Яҙма

24 Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Уның тураһында Изге Яҙмала яҙылғанса, Әҙәм Улы китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 26:24
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үткәс, мәсехләнгән хакимдың ғүмере киҫелер, уның менән бер кем ҡалмаҫ. Ҡала ла, Изге торлаҡ та киләһе хакимдың халҡы тарафынан тар-мар ителер. Алдан билдәләп ҡуйылған был һәләкәт туфан кеүек булыр, һуғыш бөткәнсе афәт дауам итер.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр арҡаһында был донъяға ҡайғы! Аҙҙырыусы нәмәләрҙең килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!


Юл ыңғайы Ғайса уларға: – Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, шунда көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.


Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, ошолай булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын?


Әммә быларҙың бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.


Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.


– Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң?


Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы!


– Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә терелергә,


Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы.


Улар бер-береһенә: – Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште. Был хәл Изге Яҙмалағы: «Кейемдәремде үҙ-ара бүлешеп алдылар, ябынсам өсөн йәрәбә ырғыттылар», – тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне.


Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Һыуһаным! – тине.


Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.


Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы.


Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ