Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 25:30 - Изге Яҙма

30 Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡа, ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

30 Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡа, ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 25:30
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

янып ятҡан мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр.


янып ятҡан мейескә ташлар. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр.


Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тигән.


Ул хеҙмәтсене ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер.


Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.


Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны ҡабат нисек тоҙло итерһегеҙ? Ул инде аяҡ аҫтына сығарып ташлауҙан башҡаға ярамаҫ.


Ә Батшалыҡҡа эйә булырға тейеш кешеләр тышҡа, ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр, унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр, – тине.


Һеҙ Алла Батшалығында Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе күрерһегеҙ, ә үҙегеҙ унан ҡыуылып сығып, иларһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырҙатырһығыҙ.


Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар.


Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.


Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел ҡыуып таратҡан томандар һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Улар – хурлыҡлы эштәре менән күбекләнгән дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда аҙашып йөрөгән йондоҙҙар, уларҙы мәңгелек дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ