Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 25:21 - Изге Яҙма

21 Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

21 Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә һин ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 25:21
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аҡыл менән эш иткән хеҙмәтсе батшаның рәхмәтен ҡаҙаныр; хурлыҡлы эш ҡылыусы уның асыуына дусар булыр.


Тоғро әҙәм күп бәрәкәт табыр, байлыҡҡа ашҡынған язаға тарыр.


Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән идара итергә ҡуясаҡ.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.


Һеҙгә ысынын әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән идара итергә ҡуясаҡ.


Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр.


Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.


Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.


Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән шөһрәтте күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең.


Эстән йәһүд булған ғына – ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәктәге сөннәт кенә – ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух тарафынан ғәмәл ҡылына. Бындай йәһүд кешеләрҙең түгел, ә Алланың маҡтауын ҡаҙаныр.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Үҙ-үҙен маҡтаған түгел, ә Раббының маҡтауын ҡаҙанған кеше генә Уның тарафынан хуплана.


Шуға ла, тәндә булһаҡ та, тәндән сыҡһаҡ та, Уны ҡыуандырырға ынтылабыҙ,


Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ.


Яҡшы хеҙмәт иткән ярҙамсылар ҙур дәрәжәгә күтәрелә һәм Ғайса Мәсихкә булған имандарында тәүәккәллектәре арта.


Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ та итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.


Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


Мин еңеп Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырған кеүек, еңгән кешегә Мин дә Үҙемдең янымда тәхеттән урын бирермен.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ