28 Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр.
28 Ҡайҙа мәйет, ҡоҙғондар шунда йыйылыр.
Ә хәҙер уларҙы тоторға бик күп балыҡсылар ебәрәм, – тип белдерә Раббы, – һәм уларҙы балыҡ һымаҡ тотасаҡтар. Шунан һуң бик күп аусылар күндерәм, уларҙы һәр тауҙан, һәр ҡалҡыулыҡтан, ҡая ярыҡтарынан ҡыуалаясаҡтар.
Ә һиңә, эй әҙәм улы, Раббы Хаким былай ти: «Һәр төрлө ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға әйт: „Йыйылығыҙ ҙа килегеҙ, һәр яҡлап һеҙҙең өсөн әҙерләгән ҡорбаныма, Исраил тауҙарындағы бөйөк ҡорбанға ағылығыҙ. Унда ит ашарһығыҙ, ҡан эсерһегеҙ.
Аттары уның ҡапландан етеҙ, Төнгө бүренән дә ҡанһыҙ. Яйҙаҡтары төрлө тарафтарҙан елә Табышына ташланған бөркөттәй.
Ғайсаның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәре: – Хакимыбыҙ, был хәл ҡайҙа булыр? – тип һораны. – Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр, – тине Ғайса.
Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.