13 Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.
13 Ләкин ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.
Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.
Яуызлыҡ артыу арҡаһында, байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуыныр.
Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ҡарағыҙ уны, ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был ахыры түгел әле.
Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.
Ә уңдырышлы тупраҡҡа төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар, сабырлыҡ күрһәтеп, уңыш килтерә.
гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;
Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгән көндә ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла үҙегеҙҙе һуңғы көнгә тиклем нығытасаҡ.
Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – иманыбыҙға тоғро ҡалған һәм йәнен һаҡлап алып ҡалған кешеләрбеҙ.
Сөнки беҙ – Мәсихтең арҡалаштары, тик баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торған хәлдә генә.
Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Улан булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.
Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.