Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 23:37 - Изге Яҙма

37 Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

37 Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

37 Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 23:37
46 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.


Раббының асыуы ялҡынланды: Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Тауҙарҙың нигеҙҙәре һелкенде.


Шым тор Раббы хозурында, бул сабыр; Йәнең көймәһен тормошта уңышҡа өлгәшкән, Маҡсатына ирешкән хәйләкәр затҡа.


Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры.


Баштарында уларҙың – яуызлыҡ ҡылыу, «Бик шәп хәйлә уйлап таптыҡ!» – тиҙәр. Ысынлап та, кеше күңелендә нимә ята – Быны һис белерлек түгел.


Яҡшылыр быларҙы һөйләү көйгә һалып, Ун ҡыллы арфа һәм лира сиртә-сиртә!


Баҡсам өсөн тағы нимә эшләмәнем? Татлы йөҙөм көттөм, ә ул ниңә әсе емеш бирҙе?


Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине? Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуап ҡайтарманы? Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы? Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме? Минең асыуым диңгеҙ киптерә, Йылғалар сүлгә әйләнә; Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә.


Улдарығыҙҙы Мин юҡҡа язаланым – Улар киҫәтеүҙе аңламаны. Ҡылысығыҙ, йыртҡыс арыҫландай, Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе үлтерҙе.


Урияһты, Мысырҙан алып ҡайтып, Йеһояҡим батшаға килтерҙеләр. Батша уны ҡылыс менән сабып үлтертте лә мәйетен ябай халыҡтың ҡәберлегенә ырғыттырҙы.


Был ҡала төҙөлгән көнөнән алып ошоғаса Мине шул ҡәҙәрле ярһытты һәм ажарландырҙы, шуға күрә уны күҙ алдымдан алып бырғайым.


Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.


Батша үҙенең улы Йерахмеил менән Ғазриил улы Сераяһҡа, Ғавдеил улы Шәләмъяһҡа Барух кәтип менән Йермеяһ пәйғәмбәрҙе тотоп алырға бойороҡ бирҙе. Әммә Раббы уларҙы йәшергәйне инде.


«Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?


„Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем.


Киҫәтеүгә ҡолаҡ һал, эй Йәрүсәлим, Юҡһа һинән ваз кисермен, Һине ташландыҡ ергә, Кешеһеҙ урынға әйләндерермен».


Әммә уларҙы саҡырыуҙары булды – Минән киттеләр, Бәғелдәргә ҡорбан салдылар, Боттарға хуш еҫ төтәттеләр.


Халҡым гел Минән ситкә тайпылыу юлын ҡыуа, Улар һындарын „Бейек Алла“ тиҙәр, Ләкин был һын уларҙың береһен дә күтәрмәҫ.


Минән ситләштеләр – ҡайғы уларға, Миңә ҡаршы фетнә күтәрҙеләр – һәләкәт уларға! Мин уларҙы йолоп ала килдем, Улар иһә Минең хаҡта ялған һөйләй.


– Ата-бабаларығыҙ кеүек булмағыҙ! Әүәлге пәйғәмбәрҙәр уларға әйтә килде, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Яман юлдарығыҙҙы һәм боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе ташлағыҙ, Миңә ҡабат ҡайтығыҙ», – тип киҫәтә, тине. Әммә улар ишетмәне, әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. –


Ул, мәжлескә саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыйырға ниәтләп, хеҙмәтселәрен ебәргән, ләкин ҡунаҡтарҙың килгеһе килмәгән.


Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп хурлаған һәм үлтергән.


«Әгәр ҙә беҙ ата-бабаларыбыҙ заманында йәшәгән булһаҡ, улар менән бергә пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын түгеүҙә ҡатнашмаған булыр инек», – тиһегеҙ.


Бының менән һеҙ үҙегеҙҙе пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе ата-бабаларығыҙҙың улдары икәнлегегеҙҙе күрһәтәһегеҙ.


Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай уҡ эҙәрләнеләр.


Өлкән улдың быға асыуы килгән, хатта өйгә инергә теләмәгән. Атаһы сығып саҡырғас:


Йәһүдтәр Раббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, барса кешеләргә лә ҡаршы.


Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем.


Ҡылған игелегең өсөн Раббы һиңә рәхмәтен бирһен! Исраил Аллаһы Раббының ҡанаты аҫтына һыйынырға тип килгән һине Раббы Үҙе бүләкләһен, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ